Nebaz.ru
vk.com/koshtele Количество участников: 11150
Название группы
Ҡош Теле
Тип сообщества
Публичная страница
Тип деятельности
Творчество
Записи сообщества:
Ҡош Теле
Ҡош Теле 25 апр. в 08:28
Ҡош Теле
Ҡош Теле 24 апр. в 11:42
💫✨💫 Муйыл иртә сәскә атһа, йәй эҫе була (Халыҡ һынамышы)

💥Муйыл сәскә атҡан ваҡыт үҙе бер тантана. Йыл һайын. Килешәһегеҙме?

💥Шамонин ауылынан сыҡҡан юлда үҫкән муйыллыҡ сәскә атһа, нисек кенә ашыҡҡан булһам да туҡтамай үтмәйем. Бөгөн дә сәләм бирҙем аҡ һәм саф донъялыҡҡа. 🌞👌

[id95539978|Райля Кучемханова]
#ҠошТеле
Ҡош Теле
Ҡош Теле 18 апр. в 09:30
... Торам донъя уртаһында,
Уйым яҙмыш тураһында.
Ана, ғүмер, күрсе, ҡара,
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Дер (!) һелкетеп осоп бара...
Сикһеҙлектең ҡуҙы булып
Телемләнеп йыр ағыла
Шул ваҡытта нисек инде, Йырламайса түҙеп ҡара?!

Заһир Иҫәнсурин да шулай ти, "Йырламайса йәшәп булмай!"

💥Меңдәрҙең яратҡан йырсыһы Заһир Иҫәнсуриндың зауыҡлы концертын күрергә теләһәгеҙ - килегеҙ, билеттар бөтөп бара! Ашығығыҙ! Заһирҙың Заһиры йырлаһын да концерт шәп булмай буламы?! Халыҡ йырҙары, хиттар, өр-яңы композициялар, сюрприздар! Тулҡынландырғыс , арбатҡыс, илатҡыс та тамаша көтә һеҙҙе моң, ысын сәнғәт һөйөүсе зауыҡлы тамашасылар! Билеттар кассала һәм таратыусыларҙа. Телефоны күрһәтелгән. 👌

[id95539978|Райля Кучемханова]
#ҠошТеле
Ҡош Теле
Ҡош Теле 13 апр. в 10:53
Бер йыр һәм бер һүрәт тураһында👌

💥Тик йәндәш кеше генә һине нисек барһың шулай ҡабул итә. Аңлай, йыуата белә. Уның һинең йән әрнеүҙәреңә үҙ шифаһы -
борсолоуҙарыңдан ҡотҡара, икеләнеүҙәреңде яҙа, теге йәки был сетерекле хәлдән сығырға
ярҙам итә, иңен ҡуя. Ул гүйә, уйҙарыңды уҡый, һин үҙең дә уның әйтер һүҙен алдан ишетәһең.
Йәндәштәрҙе эске еп бәйләй. Улар менән донъя матур, тормош рәхәт! Йәшәргә теләй йөрәк. ❤️🌞💫
Һинең дә ошондай дуҫың бармы?

[id95539978|Райля Кучемханова]
#ҠошТеле
Ҡош Теле
Ҡош Теле 11 апр. в 19:13
💥Һеҙгә лә шылтыраталармы? Бик ихтимал... Шулай ҙа берегеҙ ҙә мутлашыусылар ҡорбанына әйләнмәҫһегеҙ тип ышанам. Бына күреүегеҙсә, телефон аферистары бер аҙ туҡтап торғандан һуң миңә яңынан "һөжүм" итә башланы.🫢 Баҡтиһәң, уларҙың телефон һандарын бер-береһенә тапшыра торған ғәҙәте бар икән... Берәүҙәре иҫәбеңде ҡулына төшөрә алмаһа, икенселәре тотона. Кеше тураһында мәғлүмәт шулай туплана, имеш.

💥Кисә иртәнсәктән кискә тиклем банктан минең карточкалағы аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерәйек тигән тәҡдим менән ҡайта-ҡайта шылтыратып арығастары, ахырҙа, таныштарымдың береһенән ошондай хәбәр килеп төштө. Мутлашыусылар уның телефон һандарына үтеп инеп аҡса һораған. Хәбәр ысынлап та, таныш абоненттан килгән, алдағы яҙышыу ҙа шуны раҫлай. Тик яҙыу, һөйләшеү стиле мин аралашҡан ябай кешенеке түгел, мощенниктарҙыҡы икәне ап-асыҡ. Ҡарағыҙ!

💥Ә рәсми мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала йәшәүселәр йәнә 18 млн һум аҡсаһын мутлашыусылар ҡулына күсергән! Телефон аферистарҙан 25 кеше зыян күргән. 26-сыһы, тимәк, мин була яҙғанмынмы? ))

💥Онотмағыҙ, төп ҡағиҙә - таныш түгел номерҙарға яуап бирмәү. Әгәр һөйләшә башлап, алдарға маташыуҙарын аңлаһағыҙ, бәйләнеште шунда уҡ өҙөгөҙ. Ғәҙәттә, мутлашыусылар кешеләргә баҫым яһай. Был осраҡта ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – әңгәмәне туҡтатыу!

💥Әле мутлашыусылар балаларға тиклем барып еткән. Телефон уйындары менән ҡыҙыҡтырып ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең телефонынан 900 һандарынан килгән кодты ебәреүҙе һорайҙар икән. Бала уйынды дауам итергә теләп һылтанма буйынса үтә һәм иҫәптәге аҡса юҡ була. Был турала әле генә ҡыҙым уҡыған мәктәптәге ата-әсәләрҙең дөйөм йыйылышында сығыш яһаған полиция майоры һөйләне. Һаҡ булығыҙ!

[id95539978|Райля Кучемханова]
#ҠошТеле