Nebaz.ru
vk.com/uldash_fm Количество участников: 193285
1 контакт
Название группы
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
Статус
Официальная страница радио. 12+
Страна
Россия
Город
Уфа
Описание
Тура эфир: 8 (347) 285-77-85; WhatsApp: 8-937-167-54-66; Хаттар бүлеге: 8 (347) 262-88-18; Радиобыҙҙа аҙнаһына ике тапҡыр, йома һәм шәмбе ике телдә "Ҡәҙерле кешемә" ҡотлауҙар программаһы эфирға сыға. Бөгөн иһә "Юлдаш" радиоһының хаттар бүлегенә килмәйенсә лә, яҡын кешеләрегеҙҙе һөйөндөрөргә мөмкин. 💌 📌Тәбрик хаттарын электрон почтаға ебәреү - отошло алым. Ҡотлауҙы интернет аша биреү тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар булһа, ☎ 8 (347) 262-88-18 телефонына шылтыратығыҙ. Хат биреү тәртибе менән vk.com/topic-4647320_31586301 һылтанмаһы аша танышығыҙ 😉 ⏰ 14:03 (башҡорт телендә). ⏰ 16:15 (татар телендә).
Сайт
https://bash.news/yuldash
Тип сообщества
Публичная страница
Тип деятельности
Радиостанция
Записи сообщества:
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм 1 мая в 10:00
🎶 Дуҫтар, май хит-парады старт алды.

"ЮлдашХит-2024" тамашаһына ХИТ йырҙарҙы бергәләп һайлайыҡ.

Күңелегеҙгә хуш килгәне өсөн тауыш бирегеҙ:
⬇️⬇️⬇️

https://vk.com/app7198399_-4647320#poll662e266830e69e18ebfd21e4
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм вчера в 20:20
Таңдар имен атһын!

Ил-йортобоҙға именлек, тыныслыҡ теләйек.
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм вчера в 18:30
Баймаҡ ҡалаһында ветеран йорто эргәһендә парад үтте.

Еңеү көнө алдынан 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова йорто эргәһендә парад ойоштороу матур йолаға әйләнгән.

Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт иткән. Боеприпастарҙы һаҡлаған, штабта элемтәсе булған. 1943 йылда радистар курсында уҡыған. Ә Еңеү көнөн Прибалтикала ҡаршы алған.

Һуғыш бөткәндән һуң ике йыл үткәс кенә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм вчера в 17:05
Еңеү көнөндә – еңеү өсөн “ҡошсоҡтар”.

Хөрмәтле дуҫтар, алғы һыҙыҡта еңеүҙе яҡынайтҡан егеттәребеҙгә ярҙам акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ. Коллегабыҙ Зөһрә Арсаева башланғысын хуплап, коллегабыҙ, БСТ телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин өсөн икенсе дронға аҡса йыябыҙ. Ул "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, былтыр доброволец булып махсус хәрби операцияға китте.

“Бөгөн дрондар махсус операцияла бик ҙур әһәмиәткә эйә. Хәрбиҙәребеҙ уларҙы уңышлы ҡуллана. Шуға ла “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы өсөн тағы ла бер “ҡошсоҡ” һатып алыу маҡсатында аҡса йыйыу ойошторорға ҡарар иттем”, - ти Зөһрә.

Ярҙам акцияһына ҡушылырға теләгәндәр +7-937-167-19-86 телефон номеры буйынса Зөһрә Фәнил ҡыҙының иҫәбенә аҡса күсерә ала. (Сбербанк).
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм вчера в 16:11
Президент Владимир Путин май Указдарына ҡул ҡуйҙы.

Документ 11 өлөштән тора. Ул 2030 йылға тиклем ҡаралған, шулай уҡ 2036 йылғаса арауыҡты иҫәпкә ала. Документҡа ярашлы алдағы 6 йылда ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш. Бының өсөн халыҡ сәләмәтлеген нығытыу өсөн саралар күрелә.

Владимир Путин 2030 йылға тиклем һәр кемде 33 квадрат метр торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Бынын тыш, йорттарға газ үткәреү һәм интернетҡа тоташтырыу маҡсат итеп алынған.

Алдағы 6 йылда минималь хеҙмәт хаҡы 35 мең һумға күтәрелә, Рәсәй донъяла алдынғы 4 дәүләт исемлегендә булырға тейеш. Указда инвестициялар, экология, транспорт, технологиялар йүнәлештәре лә урын алған.